|
Бөтә Донъя Селтәре ( инглизсә World Wide Web) — Интернет инфраструктураһын һәм HTTP мәғлүмәт үткәреү протоколын ҡулланған глобаль мәғлүмәт арауығы. Бөтә Донъя Селтәре мәғлүмәт технологияларҙа ысын революция яһаны һәм Интернеттың үҫешен тиҙләтте. Күп ваҡыт Интернет тураһында һөйләгәндә Бөтә Донъя Селтәре күҙ уңында тотола. Бөтә Донъя Селтәренең структураһы һәм нигеҙҙәреБөтә Донъя Селтәрен бөтә Донъянан Интернет селтәренә бәйле миллионлап веб-сервер ойоштора. Веб-сервер селтәр аша HTTP-талап ала, локаль ҡаты дискта кәрәкле файлды таба һәм уны талап иткән компьютерға ебәрә. Селтәрҙәге ресурстарҙы (файлдар) табыу өсөн Бер төрлө Ресурс Локатор (инглизсә Uniform Resource Locator) ҡулланыла. Был URL адрестар веб-сервер урынлашҡан компьютерҙы — домен исеме системаһы DNS (инглизсә Domain Name System) ҡулланып домен исемен (йәки туранан һандар менән язылған IP-адресын) һәм ул компьютерҙа урынлашҡан файлдын урыны менән исемен тота. |
This article is from Wikipedia. All text is available under the terms of the GNU Free Documentation License.
Mercedes Car
This site monitored by SitePinger.net