|
Грек теле (юнан теле (иҫке.)) – Һинд-Европа телдәре араһында иң оҙаҡ йәшәүсе тел – документтар буйынса, уның ғүмер оҙонлоғо – 3,500 йыл тирәһе. Шулай уҡ ул һинд-европа телдәре араһында иң боронғо тел булып һанала, Микен яҙмалары фрагменттары беҙҙең эраға тиклемге 15-се йәки 14-се быуаттарға ҡарай. Бөгөнгө көндә был телдә Грецияла, Кипрҙа, Албанияла, Австралияла, Болгарияла, Македонияла, Италияла, Төркиәлә, Арменияла, Грузияла, Украинала, Молдавияла, Румынияла , Миҫырҙа һәм эмигранттар берекмәләрендә яҡынса 12-15 миллион кеше һөйләшә. Грек теле беҙҙең эраға тиклемге 9-сы быуаттан алып Грецияла һәм беҙҙең эраға тиклемге 4-се быуаттан алып Кипрҙа грек әлифбаһы ярҙамында яҙыла. Грек әҙәбиәте тарихы үҙ эсенә яҡынса өс мең йыллыҡ дәүерҙе һыйҙыра.
Урта быуат аҙағынан грек теленең ике төп формаһы ҡулланыла: аралашыу теле һәм 19-сы быуат, 20-се быуат башында әҙәби, юридик, административ һәм ғилми өлкәләрҙә ҡулланылған классик грек теле. 1976 йылда аралашыу теле Грецияның рәсми теле итеп иғлан ителә. Грек әлифбаһы
|
||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
This article is from Wikipedia. All text is available under the terms of the GNU Free Documentation License.
Mercedes Car
This site monitored by SitePinger.net