|
Компью́тер инглизсә computer — «хисаплаусы», урыҫса ЭВМ (электронная вычислительная машина) — хисаплауҙар үткәреү, алдан бирелгән алгоритм (программа) буйынса мәғлүмәтте алыу, һаҡлау, эшкәртеү һәм биреү өсөн машина. Компьютер эраһы башланған саҡта компьютерҙың төп эше хисаплау тип һанала ине. Ләкин хәҙерге ваҡытта компьютерҙың төп эше идара итеү тип һанала. Төп принциптары: Компьютер үҙенә ҡушылған эштәрҙе төрлө механик бүлектәрен ҡуҙғатып, электрон, фотон, квант ағымдарын үҙгәртеп йәки икенсе төрлө яҡшы беленгән физика ҡанундары эффекттарын ҡулланып башҡара. Хәҙер ҡулланылған компьютерҙарҙан иң киң таралғаны — электрон шәхси компьютер. |
This article is from Wikipedia. All text is available under the terms of the GNU Free Documentation License.
Mercedes Car
This site monitored by SitePinger.net